Иҡтисади тотороҡлоҡ һаҡланыуы - йылдың төп ҡаҙаныштарының береһе

Коллектив Көнбайыш баҫымы көсәйеп, санкциялар иғлан ителеүгә ҡарамаҫтан, республикала февралдән алып бер предприятие ла эшмәкәрлеген туҡтатмаған. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев матбуғат конференцияһында билдәләп үтте. 

Уҙған ун ай һөҙөмтәләре буйынса сәнәғәт производствоһы индексы 2,8 процент тәшкил иткән, был уртаса ил кимәленән юғары. Республика кластерҙар буйынса ла тиҙ үҫешкән төбәктәр исемлегендә. Йыл аҙағына Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы реестрына индерелгәндәре бишәүгә етәсәк.

Кластер сәйәсәте алып барылыуы предприятиелар кооперацияһын анализларға, федераль ярҙам саралары алырға булышлыҡ итә. Ил президенты ҡушыуы буйынса, 1 ғинуарҙан барлыҡ сәнәғәт кластерҙары өсөн яңы льготалар индерелә. Башҡортостанда мебель, авиация, машиналар төҙөлөшө, химия йүнәлешендәге күп предприятиелар ошо ярҙамға дәғүә итә.

Александр Шельдяев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры