Бөгөн Салауат Юлаев исемендәге батальон хәрбиҙәре махсус операция биләмәһенә юлланды. Подразделение составы үҙ ирке менән тыуған ил именлеге өсөн көрәшергә әҙер булған һәм ҡыҙыу нөктәләрҙәге хәрби хәрәкәттәрҙә тәжрибә туплаған яҡташтарыбыҙҙан төҙөлгән. Өфөнөң Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында уҙған оҙатыу сараһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе репортажда.
Салауат Юлаев исемендәге батальонды оҙатыуға арналған парадты байраҡлы төркөм асты. Улар ҡулдарына дәүләт флагтары, милли гвардия ғәскәрҙәре һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағын тотоп Совет майҙаны буйлап атлап үтте. Билдәле булыуынса, республикала ойойшторолған өсөнсө батальон айырым хәрби берәмек булараҡ Рәсәй гвардияһы составына ингән. Донбасҡа юлланыр алдынан улар иң яҡшы инструкторҙар менән етди әҙерлек үткән.
Салауат Юлаев исемендәге батальон хәрби подразделениелар ветерандары башланғысы менән ойошторолған. Был тәҡдимде Радий Хәбиров та хупланы һәм ул хәрбиҙәрҙе матди-техник яҡтан тәьмин итеү мәсьәләләрен хәл итергә ҡушты. «Махсус операция башланғандан алып меңәрләгән яҡташыбыҙ хәрби бурысын үтәй, илебеҙҙе яҡлай, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Уларға ярҙам һәм яҡлау кәрәк. Бөгөн республика исеменән һеҙгә еңел булмаған ҡарарығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм», тине Башҡортостан башлығы.
Төп хәрби йолаларҙың береһе - Хәрби байраҡты хәрби подразделениеға тапшырыу. Салауат Юлаев исемендәге батальон командиры уны Башҡортостан башлығы ҡулынан алды. Батырлыҡ символы яҡташтарыбыҙҙы тыуған йорттарына ҡайтҡансы тиклем оҙатып йөрөйәсәк.
Башҡортостан улдары нацизмға ҡаршы көрәшеү өсөн иреклеләр сафына баҫа. Салауат Юлаев исемендәге батальонды формалаштырыу - быға асыҡ дәлил. Бер ай дауамында ир-егеттәр теоретик һәм практик белемдәрен камиллаштырҙы. Кейем, ҡорал, заманса хәрби техника менән тәьмин итеү буйынса күп эштәр башҡарылған. Шул уҡ ваҡытта хәрбиҙәрҙең яҡындары ла иғтибарһыҙ ҡалмаған.
Батальондың шәхси составы араһында - 48 хәрби хәрәкәт ветераны, 12 хәрби хеҙмәткәр махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан да инде. Улар үҫеп килгән йәш быуын өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө.
Тантаналы марш менән үткәндән һуң батальон яугирҙары туғандары һәм яҡындары менән хушлашты. Яҡташтарыбыҙ үҙ сиратында ышанысты аҡлап, хәрби бурыстарҙы лайыҡлы һәм намыҫлы үтәүгә әҙер булыуҙарын белдерҙе.
Яугирҙарҙы оҙатырға туғандары ғына түгел, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Башҡортостандың хәрби хәрәкәттәр ветерандары Союзы ағзалары, дуҫтары һәм коллегалары ла килде. Һәр кем яҡындарына фәһемле һүҙҙәр еткерҙе һәм имен-һау еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне.
И. Байбулатов