Йәнә бер яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы

Юғары исемгә Октябрьский ҡалаһынан гвардия өлкән сержант Степан Белов лайыҡ булды. Ҡазан танк училищеһын тамамлаған офицер махсус хәрби операцияның тәүге көнөнән алып, барлыҡ бурыстарҙы теүәл үтәп килгән. Герой йондоҙон ул Президент Владимир Путин ҡулынан алды, тантанала үҙенең батырлығынан тыш, хеҙмәттәштәренең ҡаһарманлыҡтары тураһында ла һөйләп үтте.

Степан Белов һәм уның хеҙмәттәштәре дошмандың 20-нән ашыу танк һәм бронемашинаһын яндырған. Тере көсөнә зарар килтергән. Беҙгә геройҙың әсәһе менән аралашырға тура килде. Ул яугир яҡташыбыҙҙың бер нисә тапҡыр яраланыуы тураһында һөйләп үтте. Әммә госпиталдән сыҡҡас та ул һәр ваҡыт алғы һыҙыҡҡа ынтылған.