Быйыл Башҡортостанда социаль йөкләмәләрҙе үтәүгә 175 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән

Был дөйөм сығымдарҙың өстән ике өлөшө. Был турала финанс йыл йомғаҡтарына арналған Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында һүҙ барҙы. Уҙған 11 айҙа дәүләт ҡаҙнаһына төшкән килем күләме 244 миллиард һум тәшкил иткән. Бөгөн республика бюджеты үтәлешендә ыңғай динамика күҙәтелә, тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Килем үҫеше бюджеттың сығым күләмен дә арттырған. Шулай уҡ кәңәшмәлә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы транспортлау өсөн махсус техника алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн дәүләт ҡаҙнаһынан ҡапларға тигән тәҡдим яңғыраны. Был проект төбәк операторҙарының фандоматтар, ҡалдыҡтарҙы айырыусы комплекстарҙы алыуға йүнәлтелгән сығымдарҙы 40 процентҡа ҡаплаясаҡ.

Финанс министрлығын киләһе йылға был проектҡа сығымдарҙы иҫәпкә алыуҙы һорайым. Шулай уҡ экология һәм Тәбиғәттән файҙаланыу министрлығын махсус техника өсөн сығымдарҙы ҡаплау өсөн операторҙарҙың заявкаларын һайлап алырға кәрәк.

Андрей Назаров, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры