Берҙәм пособие. Яңы йылдан һуң балаларға һәм иртә иҫәпкә торған йөклө ҡатындарға түләнгән дәүләт ярҙамын түләү берҙәмләштерелә.
Берҙәм пособие өлеге ваҡыта ғәмәлдә булған 5 түләүҙе үҙ эсенә ала. Ғаиләләр дәүләт ярҙамын элекке тәртип буйынсамы аламы, яңысамы үҙҙәре хәл итә. Белгестәр фекеренсә, аҙ тәьмин ителгән йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға яңы пособие юллау, ә 3 йәшкә тиклем бала ҡараусы уртаса килемле ғаиләләргә элекке тәртип буйынса алыу отошло. Шулай ҙа 2023 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған сабыйҙарға дәүләт ярҙамы яңыса түләнә. Ул йәшәү минимумынан сығып, 50, 75,100 процентын тәшкил итә.