Башҡортостандан өлкән лейтенант Степан Белов Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды

Тыуған ил һағына баҫып, махсус хәрби операция барған биләмәлә хәрби бурысын үтәгән егеткә дәүләт наградаһын илебеҙ Президенты Владимир Путин тапшырҙы.” Рәсәй Геройы исеме минең генә ҡаҙанышым түгел, ҡуйылған бурыстарҙы бергә үтәгән иптәштәремдеке, шәхси составтыҡы ла. Махсус операция биләмәһендә булған, хәрби задание үтәгән, беҙҙең тарихты үҙгәртеп яҙыуға юл ҡуймаған һәр кем – герой”, - ти Степан Белов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Степан Белов – Октябрьский ҡалаһынан, Ҡазан танк училищеһын тамамлаған. Ул Украинала барған махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән тоҫҡаусы-оператор булып хеҙмәт итә. Уның ротаһының оҫта эш итеүе һөҙөмтәһендә 20 танк, туғыҙ БМП, ҡаршы яҡтың терәк һәм команда пункттары юҡ ителгән.