Унда халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Пункт белгестәре 300-гә яҡын кешене, шулай уҡ 50-нән ашыу баланы ҡарай. “Яңы бина яҡты һәм уңайлы. Ул бөтә санитар талаптарға яуап бирә. Халыҡты тикшереү өсөн тейешле ҡорамалдар бар. Бында эшләү ҙур бәхет”, - тип белдерҙе медицина хеҙмәткәре Лиана Йосопова. Ул Уразайға “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса эшкә килгән.Яңы пункт “Сәләмәтлек” милли проекты буйынса төҙөлгән.