1946 йылдың тап ошо көнөндә Советтар Союзының хоккей буйынса тәүге чемпионаты уҙғарыла. Әле илдә өлкәндәрҙең 3 профессиональ, йәштәрҙең ике лигаһы бар. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар, үҫмерҙәр, балалар, һәүәҫкәрҙәр командалары араһында чемпионаттар уҙғарыла. Рәсәй хоккейы төбәктәр клубтарының көслө булыуы менән футболдан айырыла. Өфө, Омск, Магнитогорск, Ярославль, Ҡазан, Силәбе ҡалаларында хоккей үҫешкән, тип баһалай спорт белгестәре. Республиканың төп командаһы - "Салауат Юлаев". Бер тапҡыр Суперлигала еңеүсе булды, бер тапҡыр Гагарин Кубогын яуланы.