Өфөнөң автотранспорт колледжында дәүләт имтихандарын тапшыра алмаған, уҡыуын дауам итмәгән егеттәр өсөн махсус уҡыуҙар ойошторолдо. Бер ай дауамында 6 үҫмер машина ремонтларға өйрәнде. Улар араһында урта мәктәпте һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлай алмаусылар бар. Курс үтеүсе егеттәрҙең барыһына ла таныҡлыҡ тапшырылды. Уларҙың күбеһе әлеге ваҡытта ҡаланың төрлө сервистарында тәжрибә туплай.
Федераль проект сиктәрендә ойошторолған курс йәштәрҙе эшкә урынлаштырыуҙы, уларға үҙ эшен асырға ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Проектта илдең 11 төбәгенән 16 йәштән 35 йәшкә тиклемге егеттәр-ҡыҙҙар ҡатнаша. Программа буйынса ҡыҫҡа ваҡытта ашнаҡсы, иретеп-йәбештереүсе, парикмахер, дизайнер һәм башҡа һөнәр үҙләштерергә мөмкин.