Федоровка районының Динес ауыл советы биләмәһенә ҡараған Новоселка ауылы халҡы «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһында ҡатнашырға ҡарар иткән.
Был ауыл советына ҡараған биләмәләр дәүләт программаһында йыл да ҡатнаша. Ауылдаштар уртаҡ көс менән бер-бер артлы социаль-мәҙәни объекттарҙы төҙөкләндерә. Быйыл конкурста еңеү яулаған осраҡта Новоселка ауыл мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт уҙғарырға ниәтләйҙәр.
Новоселка халҡы әүҙем мәҙәни тормош алып бара. Клубта ике сыуаш халыҡ фольклор ансамбле, балалар өсөн ижади түңәрәктәр эшләй. «Мерчень» һәм «Туставан» фокльклор төркөмдәре район данын республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлендәге конкурс-фестивалдәрҙә яҡлай.