Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, торлаҡҡа мохтаж етем ҡалған ҡыҙҙар тураһында репортаж йәйгеһен сыҡҡайны. Суд ултырыштары, прокуратура һәм тәфтиш комитеты тикшереүҙәренән һуң мәсьәләгә нөктә ҡуйылды. Яңы йыл алдынан бер бүлмәле фатир туйлаусылар менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты
Ике йылдан ашыу үҙенә тейеш торлаҡ өсөн көрәшкән Регина Сәлимова, ниһайәт, фатир асҡысын алып, уны йыһазландырыу тураһында уйлай. Ҡыҙ быға тиклем ата-әсәһенән ҡалған фатирҙа өләсәһе менән бергә йәшәгән. Әммә торлаҡ майҙаны бер нисә милексегә ҡарағанлыҡтан, Регинаның өлөшө унда ни бары дүрт квадрат метр тирәһе генә була.
Бер нисә йылға һуҙылған фатир мәсьәләһе Стәрлетамаҡтағы икенсе етем бала өсөн дә тамамланды. Быға тиклем «Яңылыҡтар» сығарылышында Камелия Альхамова тураһында ла һөйләгәйнек. 2019 йылда ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған үҫмерҙе Стәрлетамаҡ хакимиәте фатирға мохтаж булараҡ сиратҡа ҡуймай. Быны власть вәкилдәре Камелияның ятаҡхана бүлмәһендә өлөшө булыуы менән дәллиләй. Ләкин әсәһе вафат булғандан һуң ҡыҙ 17 квадрат метрлыҡ фатирға инә алмай. Бынан тыш, ятаҡхана йәшәргә яраҡһыҙ. Аш-һыу бүлмәһен милекселәр менән бергә тараҡандар бүлешә, иҙәндә ҡан эҙҙәре менән тәмәке төпсөктәре, ә кәштәләр сүп-сар полигонына әйләнгән. Үҙ хоҡуҡтарын яҡлаған арала ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәгән Камелия Яңы йыл алдынан үҙ мөйөшлө булды.
18 һәм 19 йәшлек ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын юрист Дмитрий Черкасов яҡлай. Етемдәрҙең мәсьәләһе менән республика прокуратураһы ла ҡыҙыҡһынған. Ведомство комиссияның ҡарарын законһыҙ тип таныу өсөн судҡа мөрәжәғәт итә. 3 ноябрҙә Башҡортсотандың Юғары суды етемдәрҙең мәсьәләһенә нөктә ҡуя.
Регина менән Камелия торлаҡлы булыу бәхетен Яңы йыл мөғжизәһенә тиңләй. Яҡын арала ҡыҙҙарҙы мебель, йорт кәрәк-яраҡтарын һатып алыу кеүек күңелле мәшәҡәттәр көтә.
Әлфинә Килдейәрова