Махсус операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау оҙатылды

Улар ирекле батальондар һәм мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ өсөн талап ителгән техника, ҡорамалдар һәм башҡа кәрәк-яраҡ илтә. «УАЗ», «Урал», «Нива» автомобилдәре менән бер рәттән яугирҙарыбыҙҙың ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн кәрәкле ҡорамалдар, көнкүреш әйберҙәре, эш ҡоралдары тейәлгән. Көндәрҙең һыуытыуын иҫәпкә алып окоптағы яҡташтарыбыҙ өсөн йылы кейем, ойоҡбаштар ҙа бәйләп һалынған. Яугирҙарҙың күңелен йылытһын өсөн мәктәп уҡыусылары яҙған хаттар ҙа бар.

Гуманитар ылау, Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса ойошторолған логистика үҙәгенең эш һөҙөмтәһе. Унда килгән барлыҡ мөрәжәғәттәр ентекләп эшкәртелә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итергә теләүселәр өсөн телефон 280-89-92.