Нефтекама ҡалаһында балаға берәҙәк эт ташланған

Бәләнән ҡотолорға уға урамдан үтеп барған ҡатын ярҙам иткән. Был туралағы видеояҙма интернет селтәренә эләккәндән һуң, ваҡиға йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп иткән. Әле Нефтекама район-ара тәфтиш бүлеге тарафынан тикшереү ойошторолған, ваҡиға шаһиттарынан һорау алыу, урындағы хакимиәт һәм берәҙәк эттәрҙе тоторға тейешле махсус ойошма вәкилдәре менән һөйләшеү алып барыла.

Тәфтиш комитеты органдары тарафынан комплекслы тикшереү саралары ойошторолдо. Тикшереү барышында урындағы үҙидара, шулай уҡ берәҙәк эттәрҙе тоторға тейешле махсус ойошма вәкилдәре менән һөйләшеү ҡаралған. Судмедэкспертиза тикшереүенән һуң осраҡҡа хоҡуҡи баһа биреләсәк.

Евгений Каневский, Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе өлкән ярҙамсыһы