Әле свайҙар ҡағылып, нигеҙ ҡороу эштәре тамамланған. Подрядсы ойошма объектты 2024 йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй. Ишембайҙың «М-Синтез» компанияһы иҡтисади зонаның төп резиденттарының береһе. Предприятие дизель яғыулығы етештереү өсөн цетан ҡатнашмаһы етештерергә ниәтләй. Сеймал менән проблема юҡ, уны «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһынан алырға мөмкин.
«М Синтез» йылына 30 мең тонна продукция сығарырға иҫәп тота. Бының өсөн 25 мең тонна этилгексанол һәм 12 мең тонна азот кислотаһы талап ителәсәк. Проекттың дөйөм хаҡы 10 миллиард һумға яҡын. Подрядсы ойошма белгестәре әйтеүенсә, төҙөлөш эштәре планға ярашлы бара, материалдар менән өҙөклөк юҡ.