Башҡортостанда ҡан донорҙарына йыл һайын өҫтәмә аҡса түләнә

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаттары ошоға бәйле закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Документҡа ярашлы, йөҙ тапҡыр ҡан тапшырған кешегә йыл һайын 5 мең һум премия тәғәйенләнә. Республикала 160-тан ашыу почетлы донор иҫәпләнә. Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә ҡан тапшырғандарға законлы нигеҙҙә аҡса түләнә.