Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы әҙерләгән проектҡа ярашлы, Күмертау ҡалаһы янында теплицалар төҙөү ҡарала. Бында ҡала эргәһендәге электр станцияһынан йылы бирелә. Инвестиция проекты 454 миллион һумға баһалана. Йылыяпмаларҙа 25 кешегә эш урыны барлыҡҡа киләсәк.