Юлаевсылар хәйриә сараһында ҡатнашырға саҡыра

26 декабрҙә “Өфө-Арена”ла “Мишкопад” тигән акция ойошторола. “Салауат Юлаев” хоккей клубы “Уфа-Игрушка” компанияһы менән берлектә ҡаты сирле балаларға ярҙам итә. Хоккей матчы барышында фойела уйынсыҡ һатып алырға һәм осрашыу аҙағында уны боҙға ташларға кәрәк. Йыйылған аҡса һәм уйынсыҡтар хәйриә өсөн тотонола. 26 декабрҙә юлаевсылар Екатеринбургтан “Автомобилист” командаһы менән осраша.