Өфөлә “TERRA ҠЫШ – 2023” Яңы йыл фестивале программаһы иғлан ителде

Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тамаша 31 декабрҙә киске 10-да Карауанһарай алдындағы майҙанда башлана. Бында концерт ҡуйыла, уйындар ойошторола. 1 ғинуарҙа көндөҙгө 12-лә “Вәғәҙәләр уҙышы” тигән спорт байрамы була. Артабан яңы йыл кейемдәре парады һәм карнавал уҙғарыла. 2 ғинуарҙа “Ҡышҡы һабантуй” ойошторола, 3-өндә Ағиҙел яры буйында саңғы уҙышы, биатлон һәм аттар парады була.