Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы етәкселәре һорауҙарына яуап бирә. Һүҙ республиканың йылдың төп ҡаҙаныштары һәм төбәк халҡын борсоған мәсьәләләр тураһында барасаҡ. Радий Хәбировтың ҙур интервьюһы БСТ, «Рәсәй 24» һәм «Башҡортосна24» телеканалдарында бөгөн киске сәғәт 7-лә эфирға сыға.