Өфөлә биш кешенән торған ғаилә, шул иҫәптән балалар ағыуланған

Был хәл бөгөн иртән Октябрь районындағы шәхси йорттарҙың береһендә теркәлгән. Тәфтиш комитетының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, 37 йәшлек ҡатын аңын юғалтҡан, башҡа ғаилә ағзалары ла үҙҙәрен насар тойған. Күршеләре тиҙ ярҙам саҡырған. Һөҙөмтәлә 14, 16 йәшлек ике бала менән ҡатын дауаханаға һалынған. Уларҙың һөрөм газынан ағыуланыуы ихтимал.

Медицина тикшереүенән һуң тағы ла ике кеше амбулатор дауаланыуға ебәрелгән. Ваҡиға урынына газ хеҙмәте һәм ҡотҡарыусылар килгән. Йортто тикшереү барышында елләтеү ҡаналының туңыуы асыҡлаған.

Күҙәтеү саралары барышында ваҡиға сәбәптәре асыҡлана, ресурс менән тәьмин итеүсе һәм хеҙмәтләндереү компанияһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге ҡануниәттең үтәлешенә, шул иҫәптән газ ҡорамалдарын һәм вентиляция каналдарын техник диагностикалау эшмәкәрлегенә баһа биреләсәк.

Регина Батталова, Башҡортостан Прокурорының киң мәғлүмәт саралары һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса ярҙамсыһы