«Сәләмәт ауыл» конкурсы сиктәрендә Баймаҡ районы Төркмән мәктәбендә үҙенсәлекле акция үтте

«Сәләмәт ауыл» конкурсы сиктәрендә Баймаҡ районы Төркмән мәктәбендә үҙенсәлекле акция үтте. Ул Сибай педагогия колледжы студенттары тарафынан ойошторолдо. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Тәүге медицина ярҙамын нисек күрһәтергә. Бәләгә тарығанда бик күптәребеҙ юғалып ҡала. Ә ул саҡта һәр минут ҡәҙерле. Сибай медицина колледжы студенттары осрашыуға килгән ауыл халҡына төрлө осраҡта йәрәхәт алыусыларға беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәтте.Шулай уҡ юғары курс студенттары теге йәки был ауырыуға ҡарата табип кәңәштәре лә бирҙе.

Алкоголь, никотин, наркотиктың зыяны хаҡында һәр беребеҙ беләбеҙ. Әммә ошо матдәләрҙе ҡулланып организмдарын ағыулаусылар кәмемәй. Беренсе курс студенттары 8‐11 класс уҡыусылары менән ,, Мин тормошто һайлайым,, квест уйыны ойошторҙо,плакаттар төшөрҙө. Ә зарарлы матдәләр һәм эсемлектәрҙең кеше һаулығына зыяны хаҡындағы видео бик урынлы булды.

Һуңғы йылдарҙа халыҡтың сәләмәт йәшәү рәүешенә, айыҡ тормошҡа ылыға барыуы яҡшы күренеш.12 студент был көндө Төркмән ауылы халҡына һаулыҡ ҙур байлыҡ булыуын төшөндөрә алғандыр. Шулай уҡ табип һөнәрен үҙләштереүсе йәштәр өсөн был сәйәхәт практик яҡтан да яҡшы роль уйнаны. Сара Сәләмәт ауыл республика конкурсы сиктәрендә Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолдо.