Спортсы 60 секунд дауамында ҡулдары менән ике бүрәнәне күтәреп торҙо. Ағастарҙың һәр береһенең ауырлығы 380 килограмм. Маҡсатына ирешеү өсөн яҡташыбыҙ ярты йыл самаһы әҙерләнгән. Уның әйтеүенсә, ҡышҡы шарттарҙа рекорд ҡуйыу тағы ла ҡатмарлашҡан. Сөнки һауа температураһы 15 градусҡа тиклем төшкәс, тотоп торған металл боҙға әйләнгән.
Эльбрус Ниғмәтуллиндың сираттағы ҡаҙанышын күҙәтергә «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдындағы майҙанға тиҫтәләрсә кеше килде. Рекордты «Уралстронг - Русь бәһлеүәндәре» федерацияһы президенты Дмитрий Кононец теркәне. Ул шунда уҡ рекордты раҫлаусы сертификат тапшырҙы.