Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе ҡарамағындағы ҡануниәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса консультатив совет ағзаларының сираттағы ултырышы үтте. Сарала йыл дауамында башҡарылған эштәр барланды, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде.
Махсус хәрби операция биләмәһендәге ир-егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә, республикаға мәжбүри күсеп килеүселәргә ярҙам күрһәтеү сараларына үҙгәрештәр индерелде. Парламент депутаттары, дәүләт һәм урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре һәм төрлө өлкә ғалимдары ингән консультатив үҙәк закондарға тәҡдимдәр әҙерләй, проекттарҙы тикшерә, федераль һәм республика ҡануниәтен камиллаштырыу буйынса теләктәрен еткерә.