Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Республика Яңы йыл шыршыһы үтте

Байрамда мең уҡыусы ҡатнашты. Унда бйыл уҡыу алдынғылары, төрлө олимпиада-конкурс еңеүселәре, йәш спортсыларҙан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары ла саҡырылған. Мәҙәни программаға ярашлы, «Яңы йыл фәндәренең тылсымлы академияһы» тип исемләнгән музыкаль интерактив спектакль сәхнәләштерелде. Малай-ҡыҙҙар фойелағы шыршы тирәләй күңел асты, тематикаға бәйле зоналарҙа фото төштө.

Уҡыусылар театрлаштырылған сағыу тамаша ҡараны, уларға республика башлығы бүләге тапшырылды. Алыҫ райондарҙан килгән балаларға өс көнлөк ял программаһы ҡаралған. Байрам тамашаһынан һуң уларға Өфөнөң иҫтәлекле урындары буйлап экскурсия ойошторола.

Айбулат Хажин, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры