Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров журналистарға ҙур интервью бирҙе

Төбәк етәксеһе ғәҙәттәгесә йыл аҙағында эшлекле һәм шәхси һорауҙарға яуап биреп, уй-фекерҙәре, маҡсаттары менән уртаҡлашты. Геосәйәси һынауҙарға бай йыл һөҙөмтәләре, ҡатмарлыҡтар һәм республика ҡаҙаныштары тураһындағы әңгәмә хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Ҡатмарлы осорҙа республиканың берҙәм булыуы - йылдың төп ҡаҙанышы тип билдәләне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҙур интервью барышында. Махсус хәрби операция һәм иҡтисади үҙгәрештәр менән бәйле ваҡытта һалдаттарға, уларҙың яҡындарына ярҙам сараларын ойоштороу көнүҙәклеген юғалтманы һәм был эш артабан да дауам итәсәк тип яуапланы журналистарҙың һорауына төбәк етәксеһе.

Һынауҙарға бай йылға сәнәғәт предприятиеларының үҫешенә булышлыҡ итеү мәсьәләләре оло әһәмиәткә эйә. «БСК» компанияһының үҫеше республика киләсәге менән тығыҙ бәйле шуға ла ҡатмарлы осорҙа предприятие төбәк ярҙамынан ситтә ҡалырға тейеш түгел.

Ауыл хужалығы тармағына килгәндә, Башҡортостан аграрийҙарының быйыл 5 миллион тоннанан ашыу иген йыйып алыуы айырым ғорурлыҡ. Әммә рекорд күләмле уңышты һаҡлау өсөн шарттар булдырыу мәсьәләһе лә бар.

Радий Хәбиров мәктәптәрҙе яңыртыу һорауҙарына ла туҡталды. Былтыр мәғариф учреждениеларын төҙөкләндереүгә федераль үҙәктән бығаса булмаған финанстар - 3 млрд һум аҡса йәлеп ителгән. Шул уҡ ваҡытта килешеү талаптары буйынса ремонт эштәрен башҡарып өлгөрмәгән биләмәләргә тәнҡит һүҙҙәре еткерелде.

Интервью барышында биләмәләрҙе һәм йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү һорауҙарына ҙур иғтибар бүленде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Миңләғәле Шайморатов һәйкәле майҙанын йәнләндереү артабан дауам итәсәк. Граждандар менән кәңәшләшкәндән һуң Совет майҙанында почетлы ҡарауыл ойоштороу тәҡдимдәре ҡараласаҡ. Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндереүгә килгәндә төбәк етәксеһе реконструкцияны Өфөнөң 450 йыллығына бәйләмәй, ашыҡмайынса эшләргә ҡушты. Һүҙ күләмле һәм ҡатмарлы реконструкция тураһында барғанда, юбилей датаға өлгөрәм тип ашығыу урынһыҙ тип билдәләнде. Өфөнөң юбилейы уңайынан башҡа байтаҡ объекттар ҙа тәртипкә килтерелә.

Пандемия һәм санкциялар дәүерендә берҙәм команданың һөҙөмтәле эшен дә юғары баһаланы Радий Хәбиров. Төбәк етәксеһе республика менән идара итеүсе команданың тырышлығына ла айырым туҡталды. Көнбайыш илдәр һалған шәхсән санкцияларға ҡарашын белдерҙе. Был сикләүҙәр республика иҡтисадына йоғонто яһай алмай, сөнки сит илдәрҙә банк иҫәбе, мөлкәте булмаған кешегә шәхсән санкция һалыуға ирония менән генә ҡарарға була тигән фекерҙә Радий Фәрит улы.

Төбәк етәксеһе журналистарҙың шәхси һорауҙарына яуап биреп, киләсәккә маҡсаттары менән дә уртаҡлашты. Социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров Донбассҡа эшкә күсә тип имеш хәбәр таралыуын уйҙырма тип белдерҙе. Йәрәхәтләнгән тубығы төҙәлгәс ул яңынан спорт менән шөғөлләнергә теләүен әйтте, ғаилә мөнәсәбәттәренә туҡталды.

Яҡынлашып килгән Яңы йылды Радий Хәбиров ғаиләһе менән ҡаршы алырға әҙерләнә. Тығыҙ эш графигы менән бәйле яҡындарына бүленгән иғтибар һәм аралашыу уҙе өсөн ҡәҙерле булыуын билдәләне. Яңы йыл корпортивтарына килгәндә, төбәк етәксеһе был һорауға ҡарашын күптән белдерҙе - әле корпоративтар осоро түгел, әммә балалар һәм республикала йәшәүселәр байрамды яҡшы кәйефтә ҡаршы алһын өсөн бөтә шарттар ойошторолорға тейеш.

Флорида Ким