Киләһе йыл уҡыу йорттарына меңдән ашыу өҫтәмә бюджет урыны бүленәсәк

Колледж-техникумдар һәм башҡа һөнәри белем биреү учреждениеларына киләһе йылдан меңдән ашыу өҫтәмә бюджет урыны бүленәсәк. Әлегә төбәктең махсус һөнәри белем биреү учреждениеларында 22 мең ярым бюджет урын иҫәпләнә. Киләһе бер-нисә йыл дауамында ул тағы ла 7 меңдән ашыуға артасаҡ, тип белдерҙе Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Биш университет алды үҙәктәренә 2 миллон һум күләмендә аҡса бүленгән. Быйыл республикала 60 мәктәптең тәҡдиме хупланып, ярты миллионлыҡ грант алынған. Төбәктә 216 «Үҫеш нөктәһе» асылған, беҙ айти-мәктәптәр буйынса Рәсәйҙә - лидерҙар.

Мәктәптәр бик яҡшы йыһазландырыла, айти-инфраструктура үҫешә, компьютер классары асылды. Беҙ 60 мең һумға компьютерҙар һатып алыуға өлгәштек. Һанлы техникалар бөтәһе лә мәктәптәргә тапшырылды, йыл башынан уҡыусылар уларҙы файҙалана башланы.

Айбулат Хажин, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры

Матбуғат конференцияһында хәбәрселәр тарафынан кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһе лә күтәрелде. Ведомство етәксеһе белдереүенсә, ауыл мәктәптәре уҡытыусылар менән тейешенсә тәьмин ителгән, ә Өфөлә 200 башланғыс класс уҡытыусыһы талап ителә. Быйыл был мәсьәләне хәл итеү өсөн педагогия университеттарына маҡсатлы йүнәлтмә буйынса 200 студент ҡабул ителгән. Уҡытыусыларҙы социаль яҡлау саралары ла көнүҙәк һорауҙар иҫәбендә. Уҡытыусыларға санатор-курорт дауалау системаһы ҡайтарыласаҡ, коммуналь түләүҙәргә льготалар, хеҙмәт хаҡы ҡайтанан ҡараласаҡ, тип билдәләне Айбулат Хажин.