Илдә армияға саҡырыу йәше үҙгәреүе ихтимал

Ир-егеттәрҙе Ҡораллы көстәргә 21 йәштән алырға, ә запасҡа 30 йәштән һуң оҙатырға тәҡдим ителә. Оборона министры Сергей Шойгу хәрби ведомство коллегияһы ултырышында ошо турала белдерҙе. Президент Владимир Путин Оборона министрлығы башланғысын хупланы. Дәүләт башлығы армияға саҡырыу йәшен үҙгәртеү мәсьәләһе буйынса айырым һөйләшеү кәрәклеген белдерҙе.

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, “Рәсәй әсәләре” йәмәғәт хәрәкәте вәкиле  Диана Фәррәхова фекере.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Рәсәйҙең Афғанстан ветерандары берлеге рәйесе Сергей Глушко Сергей Шойгуҙың тәҡдимен хуплауы тураһында белдерҙе. Ир-егеттәрҙе Ҡораллы көстәргә алыныу йәшен арттырыуҙың ыңғай яҡтары күп тине ул.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Әле илдә хәрби хеҙмәткә саҡырылыш бара. Ул 30 декабргә тиклем дауам итә.