Вице-премьер – Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов шул турала белдерҙе. Ул Мәләүез районында “Ашҡаҙар” фермаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Бында 1 мең 200 баш һауын һыйыры аҫрала. Йылына 21 мең тонна һөт етештерелә. Ошондай шарттарҙа индустриаль һөтсөлөк фермаһы 500 миллион һум табыш алырға эйә. Илшат Фәзрахманов бындай фермалар тәжрибәһен ҡулланып яңы хужалыҡтар асырға тәҡдим итте.