Республика Хөкүмәтендә быйылғы навигация һөҙөмтәләре ҡаралды. 2030 йылға иҫәпләнгән “Транспорт стратегияһы”нда йылға флотын үҫтереү мәсьәләһе лә индерелгән. Быйыл йылы осорҙа 11 карап йәлеп ителгән. Өфөлә теплоходтарҙа 84 меңдән ашыу кеше сәйәхәт иткән. Йылға аша 445 мең тоннаға яҡын йөк ташылған.