Был турала Радий Хәбиров республиканың дәүләт киң мәғлүмәт сараларына биргән ҙур интервьюһында белдерҙе.
«Мин һәр саҡ республикабыҙ берҙәм булһын, халыҡ бер-береһен ихтирам итһен, уларҙың ҡиммәттәре өсөн эшләнем. Быйыл шундай мәл етте. Әлбиттә, быға егеттәребеҙҙең илебеҙҙе махсус хәрби операция барышында яҡлауы булышлыҡ итте. Шуға күрә ватаныбыҙға һәм хәрбиҙәргә ярҙам итеү минең өсөн төп бурыс һаналды. Ошо йүнәлешкә тейешле иғтибар бирҙек, һәм был иң мөһиме булды. Беҙ яҡташтарабыҙҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү системаһын булдырҙыҡ», - тине төбәк етәксеһе.
Йыл йомғаҡтарына арналған интервьюһында Радий Хәбиров Өфөнөң Ағиҙел аръяғы һәм Өфө аръяғы биләмәләрен үҫтереү пландары, федераль аҡсаны республикаға нисек йәлеп итеү тураһында ла һөйләне. Әлеге ваҡытта федераль программалар шул тиклем күп. Ғаризалар әҙерләү һәм проекттарҙың көнүҙәклеген нигеҙләү мөһим. Был идара итеү командаһы башҡарған ҙур ойоштороу эше. Башҡаланың 450 йыллығына арналған юбилей объекттары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы.