Клиенттарҙы хеҙмәтләндереүҙә заманса стандарттар ҡулланыла башлаған. Офис яңы мебель һәм мәғлүмәт стендтары менән байытылған, мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн пандус урынлаштырылған. Күләмле төҙөкләндереү эштәре ауыл биләмәләрендәге почталарҙы яңыртыу программаһы сиктәрендә башҡарылған. Урындағы халыҡ үҙгәрештәрҙе ҡыуанып ҡаршы алған. Бында хәҙер сәләмәтлек мөйөшө лә эшләй.