Башҡорт тел ғилемен генә түгел, халыҡ тарихын да яҡшы белгән ғалим һәм педагог

Яҙыусы-шағир, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты Фәнил Күзбәков 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала уның ҡәләмдәштәре, ижадын һөйөүсе йәштәр менән осрашыу үтте.

Замандашыбыҙ йөҙәрләгән фәнни, фәнни-популяр хеҙмәттәр, «Башҡорт халҡының мәҙәниәт тарихы» әсбабы авторы. Ә уның Башҡортостан журналистикаһы буйынса донъя күргән китабы инде ике тиҫтә йылға яҡын был йүнәлештә республикала төп монографик хеҙмәт булып ҡала. Билдәле ғалим күп кенә төбәк журналистары остазы ла.

Фәнил Күзбәков фәнни эшмәкәрлеген ижад менән бергә уңышлы алып бара: уның шиғырҙары мәңгелек темаларға бағышланған. Быйыл күренекле шағирҙың китабы ла сыҡҡан: йыйынтыҡҡа тәржемәләр, дастандар һәм башҡа һайланма әҫәрҙәр индерелгән.