Өфөнөң Михаил Нестеров исемендәге музейында Урал триеннале баҫма графикаһының 10-сы халыҡ-ара юбилей күргәҙмәһе асылды. 1995-се йылда башланған күргәҙмәлә донъяның 55 иленән 800 ашыу ижадсы ҡатнашҡан. Конкурс шарттары буйынса ике һайлап алыу турын үткән иң яҡшы 3000 эш музей фондына ҡалдырылған.
Өс йыл һайын үткәрелгән проектта ҡатнашыусы ижадсыларға темаларҙы һайлағанда тулы ирек бирелә. Элек ҡайһы бер әҫәрҙәрҙең күләме ике метрҙан ашыу ҙур форматтарҙа булһа, хәҙер 30 сантимерлыҡ бәләкәс эштәр ҙә күргәҙмәгә ҡуйылған. Урал триенале киләһе йылдың 22 ғинуарына тиклем эшләйәсәк.