Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын төҙөү дауам итә

Бөгөн көньяҡ тоннель тулыһынса асылды. Ябайыраҡ итеп әйткәндә, төҙөүселәр Салауат Юлаев проспектынан Өфө йылғаһы ярына тиклем үтә сыҡты. Хәҙер эшселәр тоннель буйлап материалдар һәм ҡорамалдар ташый, тау тоҡомон сығара, унда даими конструкциялар төҙөй ала. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. Дөйөм алғанда, эштән графиктан алда бара. Йыл аҙағына көнсығыш сығыу юлының техник әҙерлеге 58 процентҡа етер тип көтөлә.

Объектҡа 2 меңдән ашыу кеше һәм 263 берәмек махсус техника йәлеп ителгән, эштәр тәүлек әйләнәһенә бара. Киләһе мөһим этап - 2023 йылдың ғинуар аҙағында күпер менән Өфөлә йылғаһының ике яры тоташтырыласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәм, Көнсығыш сығыу юлы - Волга буйы федераль округында иң күләмле инфраструктура проекты һәм Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙың береһе. Ул беҙгә бик кәрәк - М-5 һәм М-7 федераль трассаларын бәйләйәсәк, Өфө аръяғының яңы биләмәләре үҫеш аласаҡ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.