Бөгөн Мишкә районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы булған

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, авария Өфө - Яңауыл автомобиль юлында теркәлгән. «Опель Астра» менән ҡаршыға килгән «КамАЗ» бәрелешкән. Еңел автомобиль водителе һәм пассажиры алған йәрәхәттәрҙән ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнсе вафат булған. Юл фажиғәһенә һуңғы тәүлектә күптәп яуған ҡар сәбәпсе булыуы ихтимал. Башҡортостандың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, ул ваҡиға урынына юлланған.