Дүрт ҡыҙҙың үлемендә ғәйепләнгән водителгә Саҡмағош район-ара судында хөкөм ҡарары сығарылды

Марс Ғөзәйеров 13 йылға иркенән мәхрүм ителде. Суд ултырышынан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.

Саҡмағош район-ара судындағы ултырыш яҡтарҙың сығыштары менән башланды. Бала юғалтыу ҡайғыһын кисергән әсәләр ҡулдарында ҡыҙҙарҙың фотоларын тотҡан. Һөйөклө балалары тураһында хҙер фото һәм видеояҙмалар ғына хәтерләтә.

Үлемесле авария 18 июлдең таңында Баҡалы ауылында теркәлгәйне. Ауди машинаһы менән идара итеүсе Марс Ғөзәйеров юғары тиҙлектә 4 ҡыҙҙы бәрҙерә. Таңды ҡаршы алырға киткән ҡыҙҙар өйҙәренә кире әйләнеп ҡайтмай. Һәләк булыусы өс ҡыҙға 18-19 йәш, ә берәүһенә 16 йәш була. Суд залында барыһына ла урын етмәне. Хөкөм ҡарарын тыңларға ғәйепләнеүсенең әсәһе һәм һәләк булыусы ҡыҙҙарҙың туғандары килгән. Марс Ғөзәйеров журналистар менән һөйләшеүҙән баш тартты, һуңғы һүҙҙәре менән ҡыҙҙарҙың әсәләренә мөрәжәғәт итте.

Водитель үҙ ғәйебен таный, вафат булыусыларҙың туғандарынан ғәфү үтенгән. Марстың ата-әсәһе лә район гәзите аша ҡыҙҙарҙың яҡындарынан кисереүҙе һораған. Медицина экспертизаһы раҫлауынса, төрлө тән йәрәхәттәре алған йәйәүлеләрҙең урында ғүмерҙәре өҙөлә.

Ауыр юғалтыу кисергән әсәләр хөкөм ҡарары менән риза түгел.

Үлемесле аварияла берҙән-бер балаһын юғалтыусылар ҙа бар. Ялыуҙар яҙыу ҙа, компенсация түләнеүе лә ғәзиз балаларын кире ҡайтара алмаясаҡ.

Әлфинә Килдейәрова