Башҡорт дәүләт медицина университеты ҡышҡы фестиваль ойошторҙо

Тау саңғыһы һәм сноуборд буйынса ярышта сит ил студенттары ла ҡатнашты. Йәштәрҙең спорт бәйгеһенә Өфөнөң биш юғары уҡыу йортонда белем алыусылар ҡушылды. Студенттар саф һауала үҙ-ара көс һынашып төрлө дистанцияларҙа ярышты.

Ҡышҡы фестиваль БДМУ ҡатаншлығы менән йыл һайын уҙғарыла. Буласаҡ медиктар сәләмәт тормош алып барыу пропагандалап сараға йылдан йыл күберәк кешеләрҙе йәлеп итә. Фестивалдә призлы урындар яулаусыларға миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр ҡаралған.