Сит ил заказдары туҡтағандан һуң Бәләбәйҙең «Белзан» заводы етештереү ҡеүәттәрен арттырған

Сит ил заказдары туҡтағандан һуң Бәләбәйҙең «Белзан» заводы етештереү ҡеүәттәрен арттырған. Предприятие колллективы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яңы йүнәлештәрҙе үҙләштергән. Һөҙөмтәлә йыллыҡ табыш күләме лә, хеҙмәт хаҡы ла күтәрелгән. Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Бәләбәй заводының ҡеүәттәрен күҙ алдына килтереү өсөн, Рәсәйҙә йыйылған һәр транспорт сараһында «Белзан»да сығарылған детальдәр тора тип әйтеү ҙә етә. Йәғни 1967 йылда нигеҙ һалынған предприятие бөгөн илдең төп сәнәғәт объекттарының береһенә әүерелгән. Әлбиттә йылдар дауамында эшселәр һаны кәмегән, заманында цехтарҙа 11 мең кеше эшләһә, әле 3 мең. Тик был етештереү ҡеүәттәре кәмей тигәнде аңлатмай, бары тик ҡул хеҙмәтен автоматлаштырылған линиялар алмаштыра. Санкциялар индерелгәндән һуң тарихи заводтың яңы үҫеш этабы асылған.

Тәүҙә аптырап ҡалдыҡ, әммә санкцияларҙың яңы мөмкинлектәр асыуын да аңлай инек. Ике аҙна эсендә яңы йүнәлештәрҙе үҙәлштерә башланыҡ. Әлбиттә 3-4 ай дауамында ҡатмарлыҡтар булды, яңы детальде сығарыу башлвау артында проект эштәре лә, яңы ҡоролмалар алыу ҙа, булғандарын яраҡлаштырыу ҙа талап ителә. Мәҫәлән, беҙ Беларусь Республикаһының Минск автомобилдәр заводы өсөн детальдәр сығара башланыҡ.

Константин Федоров, Маркетинг һәм һатыу буйынса директор

Белгестәр әйтеүенсә, предприятиеларҙа заманса технологияларҙы үҙәләштереүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Һуңғы йылдарҙа иҫке станоктар урынына яңылары ҡуйылған. Был үҙ сиратында етештерелгән продукцияның сифатын да, күләмен дә арттырырға булышлыҡ иткән. Фидаил Вәлиуллин заводта 10 йылдан ашыу эшләй. Предприятие күҙгә күренеп үҙгәрә, ә иң мөһиме хеҙмәт хаҡы менән өҙөклөк юҡ, социаль пакет ҡаралған, ти ул.

«Белзан» акционерҙар йәмғиәте быйыл 5 миллиард 600 миллион һумлыҡ продукция һатҡан. Был алдағы йыл менән сағыштырғанда 10 процентҡа күберәк. Предприятие етәкселеге әйтеүенсә, киләсәктә етештереү ҡеүәттәре тағы артыр тип күҙаллана, әле яңы хеҙмәттәшлек бәйләнештәре ҡарала.

Рәмзиә Кәримова