Юғары белем учреждениеһында юрист, социолог, иҡтисадсы, IT- технологиялар йүнәлеше буйынса республиканан күпләгән студент белем ала. Университет майҙанында улар менән төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова осрашыуға килде. Әңгәмә барышында студенттарҙы республикала эш менән тәьмин итеү, уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләре күтәрелде. Уҡыу йортонда һаулыҡ мөмкинлектәре сикле студенттарҙың күп булыуын иҫәпкә алғанда, һуңғығы айырыуса көнүҙәк. Әңгәмә барышында Мәскәү вузы һәм төбәк министрлығы менән хеҙмәттәшлеккә ҡул ҡуйылды.
Осрашыу һөҙөмтәһендә ведомство менән Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан йәштәре Ассациацияһы араһында тағы ла бер килешеү төҙөлдө. Тәжрибә икенсе юғары уҡыу йорттарына ла таралыр, тип күҙаллана. Осрашыу барышында студенттарға онлайн бәйләнеш аша билдәле блогер Рөстәм Нәбиев та мөрәжәғәт итте. Спортсы үҙ ҡатмарлы төжрибәһе менән бүлешеп, кәңәштәр бирҙе.