Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса конкурс үтте. Унда райондың төрлө ауылдарынан бөтәһе 70 - тән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Тулыраҡ,беҙҙең артабанғы видеояҙмала.
Фольклорсы һәм сәсән Мөхәмәтша Буранғолов «Урал батыр» эпосын 1910 йылда Баймаҡ районы 2 - се Этҡол ауылында Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән яҙып ала.Башҡорт халҡының ҡомартҡыһы ата-бабаларыбыҙҙан быуындан-быуынға тапшырылып,беҙҙең көндәргә килеп еткән. Мәктәп уҡыусылары араһында үткән конкурстың маҡсаты -балаларҙа эпосҡа һөйөү тәрбиәләү,халыҡ ижады өлгөләрен һаҡлауға ҡайтып ҡала.
Конкурс ике категорияла 1-4 һәм 5-7 кластар араһында үтте. Конкурс шарттарына килгәндә, дүртенсе класҡа тиклемге уҡыусылар эпосты 50 юлға тиклем, ә 5-7 кластар 100 юлдан кәм ятламаҫҡа тейеш ине. Таулыҡай ауылынан Рәзинә Исхаҡова бала саҡтан район кимәлендә үткән төрлө шиғри конкурстарҙа ҡатнашып, һәр саҡ призлы урындар яулай.Был юлы ул тамашасы хөкөмөнә эпостың 150-нән ашыу юлын ятланы.
Конкурс һөҙөмтәләренә килгәндә, беренсе- 4 кластар араһында 1 төркмән ауылынан Салауат Харрасов, өлкән төркөмдәр араһында Икенсе Этҡол ауылынан Инзилә Иҫәнғужина беренсе урынға лайыҡ була. Шуныһы ҡыуаныслы йыл һайын үткәрелгән конкурста йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны арта бара. Был - бәйге үҙ маҡсатына ирешә, балаларҙа халҡыбыҙ ижадына, эпосҡа һөйөү арта, тигән һүҙ.
Альбина Байегетова