Өфөлә «Юлдаш Плюс» интернет радиоһы премияһы лауреаттары билдәләнде

Быйылғы тамаша элекке йылғыларҙан күләмлеге менән айырылып торҙо: номинациялар 15-кә арттырылған, бынан тыш, сара милли фестиваль форматында ойошторолған. Ә еңеүселәр халыҡ тауыш биреү һөҙөмтәһендә билдәләнде. Иң-иңдәр исемен БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина белә.

«Юлдаш Плюс» йәштәр радиоһы йыл йомғаҡтарын барлай. «Торатау» Конгресс-холында «Иң яҡшы йырсы», «Иң яҡшы йыр», «Иң яҡшы дуэт» кеүек тиҫтәнән ашыу номинацияла иң-иңдәр билдәләнде. Проектта ҡатнашыуға йөҙҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән финалға уларҙың яртыһы ғына үткән. Еңеүселәрҙе тамаша ваҡытында залда ултырыусылар билдәләне. Йыл дауамында кемдәр танылыу яулаған?

Тимеровтар ғаиләһендә лайыҡлы ижади быуын үҫеп килә. Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеровтың улы Арыҫлан йәштәр араһында популярлыҡ яулап өлгөргән йырсы. Быйыл ул «Йыл йырсыһы» исеменә лә дәғүә итеп ҡарай. Үҫмер башлыса рэп жанрында ижад итә, йырҙарында лирикаға ла урын бар. Яңыраҡ атаһы менән бергә сәхнәгә сығарылған номер ҙа тамашасы күңеленә хуш килде. Ата менән улдың берлектәге ижады бының менән генә сикләнмәйәсәк.

Йәш егеткә «Йыл йырсыһы» исемен алыуға бер аҙым ғына ҡалһа ла, был номинацияла Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Алиса Жумағәлиева еңде. Көслө академик тауышлы артист быйыл «Нуғайбәк» халыҡ йырын заманса аранжировкала тамашасыға тәҡдим итте. Бөгөн хәрби операцияға ҡушылыусыларҙың гимнына әүерелгән композиция халыҡ араһында танылыу яуланы. Йыр буйынса төшөрөлгән клип фестиваль сиктәрендә иң яҡшыһы тип билдәләнде.

Фестиваль сәхнәһендә йырсыларға ғына түгел, блогерҙарға ла урын табылды. «Йыл блогеры» исемен тамашасы Ғәлимә Вәлиуллинаға бирҙе. Интернет вәкилдәренең ҙур сәхнәгә сығыуының сәбәбе ябай.

«Йыл дуэты», «Йыл шағиры», «Йыл композиторы» - фестивалдә 15 номинацияла еңеүселәр билдәләнде. Премияға 16 йәштән 35 йәшкә тиклем вәкилдәр дәғүә итә ала ине. Күләмле проект Республика башлығы грантына тормошҡа ашырылған.

Проект йәш йырсыларҙы үҫтереү, ҙур сәхнәгә сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Премияны киләһе йылда ла ойоштоу күҙаллана.

Рәзилә Ғиниәтуллина