Шыйыҡ ҡанды ҡуйыртыу өсөн ҡулланылған дарыу баш ҡаланың «Фармстандарт-Өфөвита» йәмғиәтендә сығарыла башланы. Шулай уҡ бөгөн «Промүҙәк» майҙансығы ла асылды. Яңы объекттарға Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары - Сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров старт бирҙе. Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында сәнәғәт буйынса координация советы ла уҙҙы. Унда илдең 70-тән ашыу төбәгенән министрлыҡ-ведомство етәкселәре ҡатнашты. Төп темалар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
«Фармстандарт-Өфөвита» йәмғиәте Башҡортостандың ғорурлығы. Баш ҡала үҙәгендәге тарихи завод тәүге осорҙа кондитер продукцияһы сығарыуға махсуслашҡан була, ә 1941 йылдан витаминдар етештерә башлай. Әле иһә бында төрлө сирҙәрҙән дауалаған 200-ҙән ашыу дарыу эшләнә. Коронавирус пандемияһы ваҡытында предприятие вакциналар менән тәьмин итеүҙе лә үҙ өҫтөнә ала. Киләсәктә бында ҡанды ҡуйыртыу өсөн ҡулланылған препарат та етештерелә башлай. Яңы цехтың ҡеүәте йылына 500 мең ҡап дарыу. Яңы линия өҫтәмә рәүештә 80 эш урыны асырға булышлыҡ иткән.
Заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған цех бөгөн эшләй башланы. Инвестиция проектының хаҡы 2 миллиард һумға яҡын, оҙайлы фәнни тикшеренеүҙәрҙе лә иҫәпкә алғанда сумма тағы ла арта. Яңы линияға старт Республика менән идара итеү үҙәгенән онлайн рәүештә бирелде. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары - Сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров әйтеүенсә, бындай ҡеүәтле линия Рәсәйҙә тәүге тапҡыр асыла. Әлегә тиклем дарыуҙың тик сит ил аналогтары ғына ҡулланыла. Завод был препаратҡа булған ихтыяжды тулыһынса ҡаплай ала, тине Денис Мантуров.
Бөгөн старт бирелгән тағы ла бер объект - Өфөләге индустриаль үҙәк, ул сәнәғәт тармағы өсөн иҫәпләнгән. Шаҡша биҫтәһендәге парк 2014 йылда төҙөлә башлай һәм 13 гектарҙан ашыу майҙанды биләй. Бында уңайлы, йыһазландырылған келәттәр, сауҙа һәм офис нөктәләре урын алған. Бөгөн сафҡа индерелгәне - объекттың өсөнсө сираты. Башҡортостан башлығы ошондай объекттарға ихтыяждың ҙур булыуын билдәләне. Әле республикала 12 индустриаль парк һәм 18 технопарк эшләп килә, уларҙа бөтәһе 168 резидент эшләй, инвестициялар күләме 44 миллиард һумға етә.
Объектҡа старт «Торатау» конгресс холынан бирелде. Артабан ошонда уҡ сәнәғәт сәйәсәте буйынса координация советы үтте. Сарала илдең 70-тән ашыу төбәгенән сәнәғәт министрҙары ҡатнашты. Ҡунаҡтар араһында Херсон өлкәһе, Луганск, Донецк республикалары вәкилдәре лә бар. Ултырышта һүҙ импортты алмаштырыу, дәүләт ярҙамы, санкциялар шарттарында яңы йүнәлештәрҙе үҙләштереү хаҡында барҙы. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары - Сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров Башҡортостан сәнәғәтенең бар тармаҡтарҙы ла үҙ эсенә алыуын һәм был өлкәгә дәүләт яғынан ҙур иғтибар бирелеүен билдәләне.
Коррдинация советы ултырышынан һуң сәнәғәт сәйәсәтен уңышлы ғәмәлгә ашырған төбәктәргә дәүләт наградалары һәм маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Сәнәғәт буйынса координация советының тап Башҡортостанда ойошторолоуы осраҡлы түгел. Республика икенсе йыл рәттән сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу рейтингы буйынса беренсе урын биләй. Ҡатмарлы иҡтисади шарттарға, санкциялар индерелеүгә ҡарамаҫтан төбәк предприятиелары етештереү ҡеүәттәрен арттыра. Яңы йүнәлештәрҙе үҙләштерә.
Рәмзиә Кәримова