2023 йылда Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары «Өҫтөнлөк-2030» проекты буйынса бер миллиард өс йөҙ миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ.
Медицина, фән һәм технологиялар, Өфө нефть университеттары - 2022 йылда программаны тормошҡа ашырыу һәм уңышлы яҡлау һөҙөмтәһе буйынса гранттарҙың төп һәм махсус өлөшөн аласаҡ. Төп өлөш 100 миллион һум тәшкил итә, махсус өлөшө эксперттар билдәләгән категорияға бәйле.
Быйыл Башҡортостандан «Өҫтөнлөк-2030» программаһында ҡатнашҡан уҡыу йортоноң өсөһө лә икенсе категорияға инде, шул уҡ ваҡытта медицина университеты былтырғы позицияһын һаҡлап ҡалды, Өфө фән һәм технологиялар университеты менән Өфө дәүләт нефть техник университеты иһә өсөнсө категориянан икенсегә күсте. Был ҙур уңыш һәм ысынлап та, яҡшы һөҙөмтә, тине Башҡортостан башлығы.