Өфөлә үҫмерҙәр араһында хәрби-патриотик эстафета ойошторолдо

Советтар Союзы Геройы Рихард Зорге иҫтәлегенә арналған бәйгелә ҡатнашыусы егеттәр хәрби припастарҙы, йәрәхәтләнеүсене ташыу, миналы яланды үтеүҙә көс һынашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Дәртле ҡеүәтләүҙәр аяҡҡа көс, йөрәккә сәм өҫтәй. Уйында ҡатнашыусылар финалға уҡтай атыла. Ярыш ваҡытҡа барһа ла, һынауҙар команда эшенә ҡоролған. Носилкаларҙа йәрәхәтләнеүсене ташыу, ауыр тәгәрмәсте күсереү - берҙәмлек талап итә.

Бәйгелә мәргәнлек тә баһаланды. Командаларға ун метрлыҡ алыҫлыҡта урынлашҡан танк макетына шартлатҡыс ташларға кәрәк. Сәпкә теймәгән һәр бер команда ағзаһы өсөн штрафлы 5-әр секунд өҫтәлә.

Эстафетала Өфөнөң Октябрь районы мәктәптәре ҡатнашты. Еңеү өсөн 16 команда көрәште. Хәрбиләштерелгән уйын буласаҡ Ватан һаҡсыларының физик мөмкинлектәрен үҫтереү, уларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған. Үҫмер егеттәр өсөн әрме хеҙмәте алдынан әҙерлек тип тә әйтергә мөмкин.

Көсөргәнешле бәйге һөҙөмтәһендә баш ҡаланың 93-сы лицейы егеттәре беренсе урынға сыҡты. Ә инде ярыш тамамланғас, тамаҡ ялғарға ла ярай.

Ярыш майҙанында ялан кухняһы ла ойошторолғайны. теләүселәр һалдат бутҡаһы һәм эҫе сәй менән һыйланды.

Рәзилә Ғиниәтуллина