Шаран районы балалары Ҡыш бабайҙан төрлө бүләктәр һораған

Сабыйҙар Яңы йыл тылсымсыһынан уйынсыҡ, ҡурсаҡ, кеҫә телефоны көтә, ғаилә именлеге, тыныслыҡ, берҙәм дәүләт имтихандарында юғары балдар алыуын да теләй. Яңы йыл байрамында «Ҡыш бабайға хат» конкурсы еңеүселәре быйыл Ерекле урта мәктәбенән. Илнара һәм Ренара икеһе лә музыкаль ғаиләлә тыуып үҫкән, спорт менән шөғөлләнә. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу өс бала үҫтергән ғаиләне өйҙәренә килеп ҡотланы.