Краснокама районында машиналар Кама боҙонан үтә ала. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был юл ике тоннаға тиклем ауырлыҡҡа иҫәпләнгән. -Боҙҙан үткәндә үтә иғтибарлы булырға кәрәк, - тип иҫкәртәләр ведомствонан. Башҡортостанда шулай уҡ Ҡариҙел районында Өфө йылғаһы, Бөрө ҡалаһы һәм Краснокама районы Иҫке Йәнйегет ауылы янында Ағиҙел аша ҡышҡы күперҙәр асылды.