Республика сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы Краснодар крайы, Омск һәм Түбәнге Новгород өлкәләре ведомстволары менән бәйләнештәрҙе нығыта. Килешеүгә ярашлы, берҙәм инвестицион һәм инновацион проекттар булдырыла, инвестициялар йәлеп итеү, дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙә тәжрибә уртаҡлашыу ҡаралған. Был документ төбәктәрҙә сәнәғәт үҫешенә булышлыҡ итергә тейеш.