Ғафури районында Ринат Ҡаранаев иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Ғафури районында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Ринат Ҡаранаев иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Мемориаль таҡта ул уҡыған 1-се Красноусол мәктәбе бинаһына ҡуйылды. Тантанала егеттең яҡташтары, уҡытыусылары, мәктәп уҡыусылары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнашты.

Кесе сержант полктың бүлек командиры дәрәжәһендә хеҙмәт итә. Егет 27 сентябрҙә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Ринат Наил улы Ҡаранаевтың яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм ҡыйыулығы вафатынан һуң «Батырлыҡ ордены» менән баһалана.