Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре - янғын һүндереүселәр, водолаздар, пилоттар һәм ведомствоның башҡа хеҙмәткәрҙәрен бөгөн республика башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. Сарала шулай уҡ 1991 йылда Өфө нефть эшкәртеү заводында теркәлгән ғәҙәттән тыш хәлдә ҡатнашыусы ҡотҡарыусылар дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Тулыраҡ, БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова әҙерләгән яҙмала.
Был кадрҙарҙа ҡотҡарыусылар 150 метр бейеклектәге төтөн торбаһының өҫкө өлөшөн шартлата. Кире осраҡта 700 тонналыҡ торба киҫәге һауанан ергә төшөп, ҙур янғын, 9 баллға еткән ер тетрәүен сығарыуы ихтимал була.
Илдең төрлө төбәктәренән ҡотҡарыусылар был фажиғәне кисектерә. Шул иҫәптән Виталий Аппель менән Камил Мөхөтдинов. Улар ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, торба кителгән ергә 350 килограмм ауырлыҡта шартлатҡыс мендерелә. 1991 йылғы ваҡиғалар геройҙары бөгөн йәнә осрашты.
31 йыл үткәс награда геройҙарын тапты. Тантанала ике ҡотҡарыусыға Шайморатов ордены тапшырылды. Әйткәндәй, был осраҡ Гиннес рекордтары китабына индерелгән. Бүләкләнеүселәрҙе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. Һеҙ ил именлеге һағында тороусылар, үҙ эшегеҙҙең белгестәре, техногген һәм тәбиғәт һәләкәттәре ваҡытында кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыусылар, һеҙҙең хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ тине республика башлығы.
Башҡортостан үҙ геройҙарын онотмай. Республика башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде. Батырлыҡ күрһәткән Ту 134 пилоттары Константин Бузанов, Петр Филипов, Салауат Хәбиров һәм һәләк булғандан һуң Владимир Былдаға дәүләт наградалары тапшырылды.
Бынан тыш, республиканың өс тиҫтәнән ашыу ҡотҡарыусыһы һәм белгестәренә дәүләт наградалары, рәхмәт хаттары, почет грамоталары тапшырылды.
Һөнәри байрамын билдәләүселәр күтәренке кәйеф менән таралышты. Әммә улар ял итергә ашыҡмай, сөнки алда оҙайлы Яңы йыл байрамдары көтә. Ҡотҡарыусылар көн дә кеше ғүмерҙәре һағында
Лилиә Мәҡсүтова