Радий Хәбиров Яңы йыл байрамының ғаиләһендә нисек үтеүе тураһында бүлеште

Радий Хәбиров йылдың көтөп алынған Яңы йыл байрамының ғаиләһендә нисек үтеүе тураһында бүлеште. Республика башлығы «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» проектында студия ҡунағы булараҡ ҡатнашты. Телевизион форматта үткән Асыҡ академия был юлы Яңы йыл темаһына арналды. 3 сәғәт дауамында барған тура эфирҙа гүзәл заттарға табип һәм психологтар кәңәштәре әйтелде, проекттың сираттағы геройҙары менән таныштырыу үтте. Башҡортостан башлығы проект барышында байрам табынындағы йолалар тураһында һөйләне.

Өс йыл ярым эсендә проект меңдәрсә ҡатын-ҡыҙға ярҙамға килгән. Бар гүзәл заттар өсөн дә асыҡ проект телевизион форматта ла, республика район-ҡалаларында ла үтә. Унда ҡатын-ҡыҙҙарҙы борсоған төрлө мәсьәләләр сығарыла, ошонда уҡ уларҙы хәл итеү юлдары барлана. Уҙған йәкшәмбе үткән проект сиктәрендә лә гүзәл заттарҙың бәхет биләмәһе үҙ маҡсатына тоғро ҡалды.